Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашт

Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров республика башлығы Радий Хәбиров менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау оҙатыуҙа ҡатнашты. Колонна составына 17 автомобиль, шул иҫәптән ике «Урал» бронетехникаһы, дүрт «ВАЗ» машинаһы, өс «Нива» ингән. Шулай уҡ хәрбиҙәр һорауы буйынса «Урал» мотоциклы, дрон, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары кеүек әйберҙәр ҙә тейәлгән.

Белгород ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәүселәр ҙә Башҡортостандан ярҙам аласаҡ. Уларға ла аҙыҡ-түлек, консервалар, шәхси гигиена әйберҙәре, көнкүреш химияһы, кейем-һалым әҙерләнгән. Йөк дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары, муниципалитеттар көсө ярҙамында тупланған.