Бында «Ғаилә көсө» проектын ойоштороусылар махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре һәм ҡатындары өсөн стилист менән осрашыу уҙғарҙы. Белгестәр гүзәл заттарҙы образ һайларға, зауыҡлы итеп кейенергә өйрәтте. Ойоштороусылар яугирҙарҙың балалары өсөн дә оҫталыҡ дәресе әҙерләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар мода донъяһын гиҙгәндә кескәйҙәр әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләне.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн «Ғаилә көсө» проекты Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар яугирҙарҙың әсәләренә, ҡатындарына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтә. Ә иң мөһиме гүзәл заттар өйҙә бикләнеп ҡалмай, был саралар улар өсөн аралашыу, фекер алышыу,ҡайғы-хәсрәттәрен таратыу мөмкинлеге.