Йәмәғәт транспортында концерт залы. Стәрлетамаҡта автобус водителе Рөстәм Яҡшыбаев ҡала пассажирҙарына көн һайын донъя йырҙарын бүләк итә. Уның маршруты бөгөн халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Донъя кимәлендәге билдәле композициялар радио аша түгел, ә тере тауышҡа башҡарыла. Стәрлетамаҡтың башҡа маршруттарҙан айырмалы, Рөстәм Яҡшыбаев ҡала пассажирҙарын үҙе сәләмләй. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл заттарҙы тәбрикләргә лә өлгөрә.
Рөстәм Яҡшыбаев сығышы менән Үзбәкстандан. Рәсәйҙә ул 14-се йыл йәшәй. Һөнәре буйынса фельдшер. Күсенеп килгәндән һуң, төҙөлөш тармағында эшләргә тура килә. Автомәктәптә «Д» категорияһын үҙләштергәндән һуң, йәмәғәт транспортына ултыра. Бөгөн ул бала саҡтан яратҡан йырҙарын автобуста башҡара. Ошо рәүешле, маршрут тотош концерт залына әйләнә.
Ә репертуарҙа донъя композициялары. Автобус водителе йәмғеһе 15 телдә башҡара. Шул иҫәптән төрки телле халыҡтарҙың киң билдәле йырҙары ла бар.
Рөстәм Яҡшыбаев репертуары өҫтөндә даими эшләй. Халыҡ һорауы буйынса ла яңылыҡтар индерә. Ә инде талантлы водитель үҙе ҙур сәхнәләрҙе яуларға хыяллана. Моңло тауышы 140-сы маршрутта ғына түгел, бөтә илгә ишетелһен өсөн.
Азат Ғәлиуллин