Өфөлә 8 Мартҡа сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй

Гүзәл заттарға гөлләмә. Өфөлә сәскә һатыусы 340-ҡа яҡын.нөктә иҫәпләнә. 8 Март халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамына флористар бер-нисә аҙна алдан әҙерлек башлай. Әлеге ваҡытта сәскә магазиндары көсәйтелгән режимда эшләй. Флористар тәҡдим иткән экслюзив гөлләмәләр һәм ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарға бүләккә ниндәй сәскә һайлауын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. 

8 Март халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамына сәскә һатыу оҫтаханаһы хужабикәһе Альвина Федорова бер-нисә аҙна алдан уҡ әҙерләнә башлай: сәскә һатып алыуҙы арттыра, ассортиментты киңәйтә.Байрам көнөндә эшләйәсәк флористар исемлеге күптән раҫланған. Иң мөһиме- ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңелен күтәрерҙәй гөлләмә һәр йортҡа ваҡытында һәм яҡшы формала тапшырылһын.

Кәрзин тулы йәшелсә-емештәрҙе ир- егеттәр етәксе ҡатын-ҡыҙ коллегаларына, сағыу гөлләмәләрҙы хәләл ефеттәренә, киптерелгән өрөк һәм шифалы емештәр тупланмаһын ҡәҙерле әсәйҙәргә, татлы буккеттарҙы балаларына тапшырасаҡ.

Был оҫтаханала экслюзив букет та бар. Ябай макет рәүешендә булһа ла унда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң файҙалы үләндәрҙән торған ҡумталар тупланған.

Магазиндар ләләләрҙе киң ассортиментта, шул иҫәптән төрлө сорттарҙа, төҫтәрҙә һәм формаларҙа тәҡдим итә. Уларҙы берәмләп, шулай уҡ букет йәки композиция эшләтеп һатып алырға мөмкин. Яҙ һулышын тапшырыусы ләлә сәскләре араһында мөхәббәт, хәстәрлек билдәһе булған ҡыҙыл һәм алһыуҙары иң популярҙары. Аҡ ләләләр нәфис композициялар һәм букеттар өсөн ҡулай булһа, һуңғы йылдарҙа ғәҙәти булмаған шәмәхә һәм ҡара төҫтәргә лә ихтыяж арта, ти флористар.

Байрам көндәрендә был сәскә магазины флористары тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.Улар ҡатын-ҡыҙҙар байрамды ҡыуанып лайыҡлы ҡаршылаһын өсөн айырым тырышлыҡ һала. Гөлләмәләргә матур төргәктән күлдәк кейҙерә.

Өфөлә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙға бүләк итеү өсөн байрам букеты составына, ҙурлығына һәм биҙәлешенә ҡарап 1500-ҙән алып 25 000 һумға тиклем һәм унан да күберәк аҡса сарыф итергә әҙер. Улар шулай уҡ йыш ҡына ҡыҫҡа композицияларҙы йәки тәмле варианттарҙы һайлай. Ә ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итеү өсөн эш букет хаҡында түгел, ә күңел йылыһында.

Гүзәл Борханова