Башҡортостанда Туҡланыу төбәк операторҙарының республика форумы үтте

Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡланыу системаһын ойоштороусоларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәктә социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы тырышлығы менән мәктәп ашханалары тәртипкә килтерелә, балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтар сифаты яҡшыра. Ассоциация ҡарамағында Берҙәм меню системаһы буйынса 533 мең бала туҡлана. Социаль туҡланыу өлкәһендә республика Рәсәйҙә иң яҡшылары исемлегендә. Был аҙнала Шишмә районында тағы ла бер балалар һәм диетик туҡланыу заводы асылды. Уның продукцияһы республиканың 14 районына, 800-гә яҡын мәғариф учреждениеһына оҙатыла. Туҡланыу сифаты хаҡында коллегам Рәмзиә Кәримова репортажы.

Цехтарҙа ҡамыр әйләнгәне күренмәһә, дауахананың операция бүлмәһе, йә дарыухана тип уйларға мөмкин. Яҡты, таҙа, матур, ҡоролмалар ялтырап тора. Ә иң мөһиме- юғары сифатлы продукция. Балалар өсөн тырышып, күңелебеҙҙе һалып бешерәбеҙ, ти хеҙмәткәрҙәр.

Цехтарҙа тәүлегенә генә 2 мең килограмға яҡын печенье бешерелә, әҙер продукция сауҙа селтәрҙәре һәм маркетплейстар аша һатыла, республиканың мәғариф учреждениеларына оҙатыла.

Компания үҙенең эшмәкәрлеген 2017 йылда, Башҡортостан уҡыу йорттарында туҡланыуҙы ойоштороусы булып башлай, ә 6 йыл элек хужалар эш йүнәлешен үҙгәртеп етештереүгә тотона. Яңы заводтың продукция асссортименты әле 100-ҙән ашыу, бында ярымфабрикаттар ҙа, икмәк ризыҡтары ла сығарыла.

2030 йылға тиклем һалынған инвестициялар күләме 965 миллион һумға етер тип күҙаллана, был үҙ сиратында етештереү ҡеүәтен дә, сығарылған продукция күләмен дә, хеҙмәткәрҙәр һанын да арттырасаҡ. Башҡортостан башлығы заводтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Мәктәп туҡланыуында тәртип урынлаштырыла, тине Радий Хәбиров.

Туҡланыу операторҙарының республика форумында ла һүҙ етештереү ҡеүәтен арттырыу, продукция сифатын күтәреү тураһында барҙы. Төбәк оператоҙарын берләштереп системаны модернизациялау эше 2019 йылдан башланды. Ошо дәүерҙә республикала социаль туҡланыу тәжрибәһе илдә урта кимәлдән яҡшылар рәтенә етте. Мәктәптәрҙә,балалар баҡсаларында, социаль учреждениеларҙа туҡланыу системаһын ойоштороу, ризыҡтарҙың сифатын тикшереү эшенә бөтә яуаплы ведомстволар йәлеп ителә. Төбәктең Социаль туҡланыу предприятиелары ойошмаһы 20 операторҙы берләштерә. Улар ярты миллиондан ашыу баланы туҡландырыу өсөн яуаплы.

2023 йылдан республикала социаль туҡланыу йүнәлешендә берҙәм талаптар индерелде. Уға ярашлы мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа ризыҡтар бер төрлө меню буйынса әҙерләнә. Ашнаҡсылар өсөн махсус кейем, берҙәм стилдә һауыт-һабалар индерелә. Аҙыҡ-түлек тәмле, сифатлы, файҙалы, туҡлыҡлы булһын өсөн даими тикшереүҙәр ойошторола. Мәктәп ашханаларында бешерелгән ризыҡтарҙа Башҡортостанда етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирелә. Әйткәндәй, мәктәп ашханалары араһында уҙғарылған Рәсәй конкурстарында республика даими беренселектә һынатмай. Былтыр конкурс һөҙөмтәләре буйынса илдә иң яҡшы мәктәп ашханаһы бәйгеһендә Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе еңеү яулай.

Р. Кәримова