Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн ойошторолған Хәйриә сараһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан 269 бала, шул иҫәптән балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре лә килде. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә булды.
Ҡупшы күлдәк күптән әҙер, кәйеф тә күтәренке. Сәлимә әсәһе менән бер көн алдан Өфөләге шифаханаларҙың береһенә урынлашып, «Кескәй принцессалар балы»на йыйына. Күрше бүлмәлә Розалия ла Хәйриә байрамына ашыға. Сәскәләр менән биҙәлгән кейем-әсәнең ҡыҙына үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләге.
Театрға инеү менән ҡыҙҙар үҙҙәрен, әйтерһең дә, мөғжизә иленә эләккәндәй хис итте. «Кескәй принцессалар балы»ның төп ҡунаҡтарын-6 йәштән 12 йәшкәсә балаларҙы әкиәт персонаждары ҡаршыланы. Майҙанда күп төрлө фотозонолар, матурлыҡ салоны эшләне. Ҡыҙҙар һәм уларҙың әсәләре прическа һәм макияж яһата алды.
«Кескәй принцессалар балы»-изге һәм ҡыйыу йөрәкле балалар өсөн көтөп алынған ваҡиға. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ойошторолған байрам сараһында һәр йылдағыса республика башлығы Радий Хәбиров балалар һәм уларҙың әсәләренә ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Күләмле проект 2019 йылдан алып «Бәхет биләмәһе» Хәйриә фонды патронажы аҫтында бағыусылар һәм партнерҙар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Социаль яуаплы бизнес һәм республикала йәшәгән мәрхәмәтле кешеләрҙең берҙәм көсө менән үтә. Балаларҙың шатлыҡлы йылмайыуында ата-әсәләренең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Балалар ижади майҙансыҡтарҙа ҡатнашҡандан һуң «Осоусы карап» музыкаль спектаклен ҡараны. Тамашанан һуң байрам бүләктәрен алып ҡыуанды.
Байрам кескәй принцессаларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шат йөҙҙәр күреп, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү-ойоштороусылар өсөн иң ҙур бүләк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән бағыусылар һәм ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. Мәрхәмәтлек сараһының мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыуҙа оло әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнде.
Башҡортостанда балалар өсөн биш реабилитация үҙәге менән 14 филиал эшләй. Былтыр 17 меңгә яҡын малай-ҡыҙ уларҙың хеҙмәттәре менән ҡулланған, уҙған йылдар менән сағыштырғанда күрһәткестең артыуы күҙәтелә. Дауалау һәм адаптив физкультура, массаж, профилле белгестәрҙең консультациялары, арт-терапия дәрестәре һәм экскурсиялар-үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеген нығытыу, психологик-эмоциональ хәлен яҡшыртыу буйынса комплекслы саралар күрелә. Инфраструктура барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 250 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә, уларҙың 21 меңдән ашыуы балалар. Реабилитация сараларынан тыш, уларға адреслы түләүҙәр ойошторола, уңайлы мөхит булдырыла. Төбәктә тормошҡа ашырылған күп төрлө Хәйриә проекттары ла, тәү сиратта, үҫеп килгән быуынға социаль адаптация өсөн мөһим. «Принцессалар балы»на килгәндә, ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа район-ҡалаларында ла даими уҙғарыла.
Гөлназ Хәйбуллина