МХОла ҡатнашҡан етемдәр торлаҡ менән беренсе сиратта тәьмин ителә

Республика законына төҙәтмәләр әҙерләгән. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, махсус операцияла ҡатнашҡан етемдәр ике төр ярҙамдын береһен һайлай аласаҡ. Социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ биреү, йә торлаҡ алыу һәм ипотеканы ҡаплау өсөн түләү. Бөгөн махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт алдындағы төп бурыстарҙың береһе, тине Константин Толкачев. Закон проекты тиҙҙән парламентта комитет ултырышында ҡараласаҡ.