Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан мобилизацияланыусы яугирҙар төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ике аҙна дауамында улар ғаиләләре һәм балалары менән бергә булған, йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан, мәғариф учреждениеларында балалар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашып батырлыҡ дәрестәре үткәргән. Ягирҙарҙы республика башлығы исеменән Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары полковник Дмитрий Литвянов тәбрикләне. Ватан алдында торған хәрби бурыстарын үтәп, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙар халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә гүзәл заттарға гөлләмәләр һәм матур теләктәр аша рәхмәт белдерҙе.