Байрамда һөнәри уңышҡа өлгәшкән, күп бала тәрбиәләгән, ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттар тәбрикләнде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашысыларҙың яҡындары иғтибар үҙәгендә булды. Концерт программаһында әсәйҙәрҙе, туған илде данлаған йырҙар яңғыраны, театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.
8 Март байрамы уңайынан урындағы Мәҙәниәт йортонда матурлыҡ студиялары тарафынан оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Район дизайнерҙары костюмдарынан дефиле үтте.