Архангел районында башҡорт туҡыусылыҡ сәнғәтен тергеҙеүсе оҫта йәшәй

Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан ҙур кәсепкә. Архангел районынан Фәнисә Гольцова егерме йыл башҡорт туҡыусылыҡ сәнғәтен тергеҙеү һәм пропагандалау менән шөғөлләнә. Бөгөн ул белгәндәрен балаларға ла өйрәтә. Кәсепселек серҙәрен форум рәүешле халыҡҡа еткереү ниәтендә быйыл йәнә төбәк-ара оҫталарҙы бер майҙанға йыясаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фәнисә Гольцова балаҫ һуғыуҙы урындағы оҫтанан өйрәнгәндән һуң, юғалып барған кәсепте халыҡ араһында тарата. Борон һөнәр башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡ араһында таралған булған. Бөгөн һарыҡ йөнө, кәзә дебетен заманса материалдар алмаштырһа ла, биҙәү-ҡулланыу сәнғәтенең асылы үҙгәрмәгән. Фәнисә ханымдың һуғыу станогы ла боронғо. Ә улар Орловка ауылы мәҙәниәт йортонда тиҫтәгә яҡын. Эште тормош иптәше менән бергәләп алып бара.

«Мозаика» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубын етәкләгән оҫта белгәндәрен башҡаларға ла өйрәтә. Бының өсөн уға илдең төрлө төбәктәрендә махсус уҡыуҙар үтергә лә тура килә.

Фәнисә Гольцова октябрҙә «Орлов автографы» исеме аҫтында үтәсәк төбәк-ара туҡыусылар фестивален ҡаршы алырға әҙерләнә. Әле атериалдар туплана, бағыусылар саҡырыла.

Азат Ғәлиуллин