Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика халыҡ ижады коллективтарының республика фестивале үтте. Аттестация комиссияһы вәкилдәре ансамблдәрҙең ижади ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.
Дуҫлыҡ гөлләмәһе. Халыҡ ижады үҙәгендә тап ошо исем аҫтында район һәүәҫкәрҙәренең халыҡ коллективтары фестивале үтте. Уның нигеҙендә райондың 15 (16) «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтары исемдәрен яҡланы. Уларҙы абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Урындағы халҡы район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнашыусы, төбәк, халыҡ-ара, бөтә рәсәй фестивалдәре һәм конкурстары призерҙары булған был ижади коллективтар тураһында ишетеп кенә белмәй. Тап ошо клуб, ансамбль, студиялар Баймаҡтың йөҙө булып тора, уҙғарылған бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй.