Бөрйән район мәҙәниәт йортонда «Шаршаулы булғанға халҡым ҡурсаулы» тип исемләнгән байрам үтте. Сараға килеүселәрҙе фойела район ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһе ҡаршы алды. Бында ағинәйҙәр ҡулы менән тегелгән-сигелгән төрлө шаршауҙар эленеп, һандыҡ төптәрендә һаҡланған ғаилә ҡомартҡылары урын алғайны.
Бөрйәндәрҙең шаршау-ҡорғандарға арналған байрамды күләмле итеп уҙғарыуы нигеҙһеҙ түгел. Был көнкүреш әйберҙәре халҡыбыҙ өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Сигелгән шаршау-ҡорғандар хужабикәнең оҫталығын сағылдыра. Сараны ойоштороусылар байрамда ошо ысынбарлыҡты күрһәтте. Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәренең «Йәнбикә» фольклор ансамбле «Бәпескә исем ҡушыу» йолаһын сәхнәләштерҙе.