Әле клубта аттар һәм йәш спортсылар өсөн тренировкалар үтә-ябыҡ манежда күнекмәләр шымартыла. Дәрестәрҙең береһен беҙҙең ижади төрөм дә күҙәтте. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Капель» ҡушаматлы пони ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Беренсе урын алыуҙан тыш, тамашасыларҙың да һөйөүен яулай. Һыбай ултырыусы Йәсминә пони ярҙамында ҡаршылыҡтар аша һикереү күнекмәләрен камиллаштыра.
Дүртөйлө районыныдағы «Арғымаҡ» ат-спорт комплексы 43 йыл элек Карл Маркс исемендәге колхоз нигеҙендә ойошторола. 90-сы йылдарҙа комплекс ҡатмарлыҡтар менән осраша, әммә уны тергеҙеүҙә ауыл хужалығы етештереүселәре һәм район предприятиелары ярҙам итә. Улар тәүге спорт аттарын һатып ала.
Бында тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән дә уңышлы шөғөлләнәләр. «Арғымаҡ» исемле башҡорт аты-айырым ғорурлыҡ. Республикала үткән бер сараны ла ҡалдырмай тиерлек. «Башҡорт аты» фестивале, «Терра Башҡортостан» сабыштарында даими ҡатнашыусы. Комплекста шөғөлләнеүсе һәр бала алдан әҙерләнгән юртаҡтарҙа ғына күнекмәләр яһай. Был йәһәттән аттарҙы өйрәтеүсе тренерҙар штаты ла бар.
Бында конкурс буйынса ике спорт мастеры, 10 спорт мастерлығына кандидат, төрлө разрядлы 35 спортсы тәрбиәләнгән. Әле комплекста 25 бала шөғөлләнә. Аттарҙың да ҡайһы берҙәре рекордсмен исемен яулаған. Компекста барлығы 60 уҡыу һәм юртаҡ аттар аҫрала.
«Арғымаҡ»тың ҡаҙаныштары араһында тиҫтәләгән кубок һәм миҙалдар бар. Быйылғы ярыштар миҙгелендә лә спортсылар бар һәләтен күрһәтергә һәм призлы урындар яуларға ниәтләй. Ә июлдә комплекс йыл һайын уҙғарылған «Ҡанатлы ат» фестиваленә ҡунаҡтар йыясаҡ.
Әлфинә Килдейәрова