Өфөлә ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге эшләй

Өфө районындағы «Пин һәм Пуф» ойошмаһы машина аҫтына эләгеп йәрәхәтләнгән ҡоралай менән Ҡыҙыл китапҡа индерелгән диңгеҙ бөркөтөн ҡотҡарған. Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгендә әле ошо һәм башҡа йәнлек-ҡоштарға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтелә. 7 йыл элек барлыҡҡа килгән ойошмаға хайуандарға ярҙам кәрәклеген һорап көн дә тиҫтәләгән шылтыратыу ҡабул ителә. «Пин һәм Пуф» үҙәгенә башлыса, Өфө, Иглин, Шишмә һәм Благовещен райондарынан мөрәжәғәт итәләр.

Ҡоралайҙы ҡыш башында Булгаков ауылы эргәһендә машина тапаған. Водитель йәнлеккә ярҙам итмәгән, хатта туҡтап тормаған. Беҙ ҡоралайҙы табып ветеринарға алып килдек. Уның умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән, алғы аяғы һынған. Белгестәр ампутация эшләргә кәрәк тине, әммә операция уңышлы үтте һәм ҡоралайҙың тояҡтарын һаҡлап ҡалдыҡ.

Дмитрий Стрельников, «Пин һәм Пуф» ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге директоры