Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында ҡаһарман яҡташтар иҫтәлегенә күләмле сара уҙғарылды

Ил яҙмышы-ирҙәр иңендә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында ҡаһарман яҡташтар иҫтәлегенә күләмле сара уҙғарылды. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан ауыл халҡы батырҙар хөрмәтенә ат сабыштары ойошторҙо, мәҙәни программа тәҡдим иттте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мерәҫ ауылы халҡы Махсус хәрби операция геройы Айбулат Рәхмәтуллин иҫтәлегенә ат сабыштары ойошторҙо. Стартҡа 30-ҙан ашыу һыбайлы сыҡты. Йәштәр 3, ә тәжрибәлеләре 6 түңәрәк йүгерҙе. Иң яҡшы һөҙөмтәне Темәстәр күрһәтте.

1812-се йылғы Ватан һуғышы ваҡытында башҡорт уҡсыларын төньяҡ амурҙары тип атайҙар һәм был тарих ҡына түгел, уҡтан атыу хәҙер популяр спорт төрөнә әйләнде. Мерәҫтә уҙған ярышта Баймаҡтан Вәхит Ғәлин үҙенең еңеүен махсус операцияла ҡатнашыусы улына бағышланы.

Сара сиктәрендә «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә фажиғәле һәләк булған Фәнис Ишморатов обелискына һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Ватанды һөйөүгә арналған концерт, ауылдаштарҙың сығышы, яҡташтар тураһындағы хәтирәләр-ғорурлыҡ тойғоһо уятты.

Мерәҫтәр Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлығы мәңгелек булыуын иҫбатланы. «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыу-ауыл халҡы өсөн ҙур тәжрибә, ауылдаштарҙың мөмкинлектәрен, һәләттәрен асҡан, берҙәмлеген күрһәткән сара.