Проект Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ иғлан иткән конкурсҡа мәҙәниәт, спорт, мәғариф һәм медиа өлкәләрендәге заявкалар ҡабул ителә. Былтыр республикала йәшәүселәрҙең башланғыстарына 85 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгәйне. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған мәктәп уҡыусылары ҙур сәхнәгә сығып, һәләттәрен күрһәтә. Берәүҙәр йыр-бейеүҙәр менән, икенселәр юмор оҫталығы менән жюри ағзаларының юғары баһаһы өсөн көрәшә. «Беренселәр хәрәкәте»нән Зарина Мирабдуллаева сараны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр ноябрҙә ул «Педагогия юғары уҡыу йорттарында изгелек» ирекмәндәр башланғыстары лабораторияһын да уҙғарған. Проект Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтан грант ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Дөйөм финанслау күләме ярты миллион һумдан ашҡан.
Слетта ҡатнашыусылар социаль проекттар эшләргә, шулай уҡ изге башланғыстарға күберәк кеше йәлеп итергә өйрәнгән, ирекмәнлек психологияһын үҙләштергән. Мәғариф сараһы педагог һөнәренең абруйын күтәреүгә лә булышлыҡ иткән.
Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтың гранттар конкурсының тәүге миҙгеле старт алды. Социаль башланғысты тормошҡа ашырыуға 1 миллион һумға тиклем ярҙам оторға мөмкин.
Башҡортостандың йәштәр проекттары офисы әүҙем егет-ҡыҙҙарҙың проекттарын әҙерләүҙә һәр ваҡыттағыса ярҙам итәсәк. Консультациялар бушлай үтә, идеянан алып социаль башланғысты тормошҡа ашырыуға грант алыуға тиклем оҙатып барасаҡтар.
Гөлназ Хәйбуллина