Башҡортостандың биш проекты «Хеҙмәт итеү» премияһында ҡатнаша

Башҡортостандың бер юлы биш проекты «Хеҙмәт итеү» бөтә Рәсәй премияһының халыҡ тауыш биреүендә ҡатнаша. Еңеүгә дәғүә итеүселәр иҫәбендә-«Йәдкәр» мәҙәниәт йорто ижадсылары. Госпиталдәрҙә яралы яугирҙарға шиғырҙар уҡыусы йәш ирекмән тураһында киләһе яҙмала.

Азиза Ибәтуллина өсөн был зал 6 йыл элек икенсе йортҡа әйләнгән. Ҡыҙ «Уңыш» өлгөлө-хореография студияһында бейергә лә, вокал менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.

Төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ, миңә бейеү бик ныҡ оҡшай. Сәхнәгә сығыу үҙе бер ғорурлыҡ.

Азиза Ибәтуллина, «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто тәрбиәләнеүсеһе

Берәүҙәр халыҡ бейеүҙәрен өйрәнгән арала, икенселәре вальс хәрәкәттәрен камиллаштыра. Ксения Манахова «Йәйғор» бейеү-спорт клубына бала сағында килгән, ҡыҙ хәҙер ҙур сәхнәне яулай.

Былтыр 9 май байрамында сығыш яһаныҡ, 23 февралдә, 8 мартта концертта ҡатнаштыҡ. Билдәле артистар клипта төшөргә лә саҡыра.

Ксения Манахова, «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто тәрбиәләнеүсеһе

«Йәдкәр» мәҙәниәт һарайында бөтәһе 24 клуб ойошмаһы эшләй. Полина Дудко «Полинаның балалар өсөн булмаған шиғырҙары» проекты менән «Хеҙмәт итеү» премияһының «Киләсәк быуындар өсөн бөйөк мираҫ» номинацияһында еңеү өсөн көрәшә.

11 йәшлек ҡыҙ махсус хәрби операция ирекмәне. Ул госпиталдәргә йөрөп яугирҙарға хәрби темаларға шиғырҙар уҡый. Мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапова әйтеүенсә, улар күп конкурстарҙа ҡатнаша, әммә был проект шулар араһында иң сағыуы. Сөнки кескәй ҡыҙҙың Ватанды һаҡлаусыларға булған хөрмәте бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Госпиталдән сыҡҡас та хәрбиҙәр менән бәйләнеш өҙөлмәй, мәҫәлән, улар Полинаға үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡырға тәҡдим итәләр.

Валентина Урлапова, «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто директоры

«Йәдкәр»ҙә шөғөлләнеүселәр мәҙәниәткә хеҙмәт итеүҙе кескәй саҡтан-бейеү, йыр, йәки яралы һалдат карауаты янында уҡыған шиғырҙан башларға мөмкинлекте иҫбатлай.

Рәмилә Исмәғилева