Казанка ауылынан Кузнецовтар ғаиләһе тиҫтәләрсә йыллап герофорд тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Һыйырҙар Ырымбурҙан килтерелгән. Бөгөн элиталы һаналған мал һаны 300-гә еткән. Һөтсөлөк фермаларынан айырмалы, хужалыҡта һыйырҙар һауылмай, 7 айға тиклем быҙауы менән бергә аҫырала. Ошо рәүешле йүнселдәр малдың сәләмәтлеген һаҡлап, сифатлы мәрмәр итен етештереүгә булышлыҡ итә.