40 йәште үткән һәр 6-сы кеше һәм 80 йәштән өлкәндәрҙең күбеһе катарактанан яфалана. Табиптар билдәләүенсә, был иң таралған күҙ ауырыуҙарының береһе. Заманса диагностика һәм дауалау ҡорамалдары сирҙе иртә стадияла асыҡларға, күреү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итә. Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһында көн һайын күҙ ауырыуҙарына 50-нән ашыу операция уҙғарыла. Ультратауыш ярҙамында башҡарылған әмәлиәттең ыңғай яҡтары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Күҙ асып йомған арала күҙҙән яҙырға ла, күреү һәләтен ҡайтарырға ла була. Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары йылына 5 мең кешене һуҡырайыуҙан ҡотҡарып ҡала, медицина учреждениеһында күҙгә операциялар көн һайын, бер юлы өс-дүрт өҫтәлдә яһала.
Ультратауышлы факоэмульсификация-катарактаны дауалауҙың алдынғы һәм ауыртыуһыҙ ысулы. Ювелирҙарса нескә операция микроскоп аша башҡарыла. Томаланған күҙ яҫмығы ультратауыш ярҙамында ваҡланып алып ташлана, уның урынына яңыһы ҡуйыла.
Пациенттар операция сифаты менән ҡәнәғәт. Тиҙ, ауыртмай һәм 2-3 көн эсендә өйгә ҡайтырға мөмкин. Өфөнә Миңзифа Сәйетгәрәеваға 77 йәш, ҡурҡҡанға ҡуш күренә, операция еңел үтте, ти ул.
Табиптар әйтеүенсә, операциялар һаны артыуы диагностиканың камиллашыуы менән дә бәйле. Күреү һәләте насарайған пациенттар тәүҙә поликлиникаға мөрәжәғәт итә, операция яһау ихтыяжы булғанда дауаханаға йүнәлтмә бирелә.
Өфө медицина учреждениеһының тағы ла 14 ҡалала филиалы эшләй, диспансеризациялар даими ойошторолоп тора. Сөнки күреү һәләте тураһында һүҙ барғанда ваҡыттың ҡәҙере арта. Мәлендә дауаланмаһаң, һуң булыуы ихтимал.
Р.Кәримова