Пилотһыҙ осоу аппараттары заманса һуғыш алымын ҡырҡа үҙгәртте

Дрондар отделениеһы командиры, "Депутат" позывнойлы яугир шулай тип белдерҙе. - Беҙ бөркөттәр һымаҡ. Бейектә осабыҙ, алыҫтан күрәбеҙ, кәрәк булғанда тиҙ һөжүм итәбеҙ. Пилотһыҙ осоу аппараттарының өҫтөнлөгө ҙур. Элек разведчик бинокль ярҙамында башҡарған бурыстарҙы хәҙер дрон үтәй. Артиллерист, танкист, штурмлау төркөмдәренә  ярҙам итәбеҙ. Армияла яңы технологиялар ҡулланыла. Заман менән бергә атларға кәрәк, - ти яугир. "Депутат" - Октябрьский ҡалаһынан. Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.