Хужалыҡтың 5 мең гектар һөрөнтө ере бар. Унда мал аҙығы әҙерләү өсөн техник һәм майлы культуралар сәселә. “Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарыу өсөн барыһы ла әҙер”, - ти хужалыҡ белгесе Ғәҙилә Хисамова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХужалыҡта тәүлегенә 4 меңдән ашыу литр һөт һауыла. Продукция Стәрлетамаҡ һөт комбинатына оҙатыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Заря” хужалығы райондың Әбдрәшит ауылына ҡарай. Ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Ауылда сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса тематик саралар ойошторола. Яугирҙарға гуманитар ярҙам туплана. Унда урында эшләп килгән хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнаша.