Яугирҙарға тәғәйен ярҙам барып етте

Барыһы ла Еңеү өсөн! Башҡортостандан оҙатылған 174-се гуманитар ылау махсус хәрби оперция биләмәһенә барып еткән. Яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ебәрелде. Хәрбиҙәргә автомобилдәр, дрондар, төҙөлөш материалдары  тапшырылды. Шулай уҡ һыу, эш ҡоралдары, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде. Гуманитар ылау туплауҙа ҡала һәм райондар, ойошма һәм предприятиелар ҡатнашты.