Республика менән идара итеү үҙәге халыҡ проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ итә

Бер аҙнала халыҡтан 8 мең 386 хәбәр алынған. Был уҙған аҙна менән ағыштырғанда 3561-гә күберәк. Күптәр юлдарға  зарлана. Ҡар таҙартыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса мөрәжәғәттәр бар. Өфө, Стәрлетамаҡ, ҡалалары, Белорет  районынан зарланыусылар байтаҡ. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, йәмәғәт транспорты, һаулыҡ һаҡлау, хәүефһеҙлек, хәрби хеҙмәт буйынса мөрәжәғәттәр теркәлгән.