Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре 32 миллиард һумға баһалана

Был сумма былтырғынан 2 миллиард һумға күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 2 миллион гектарҙа яҙғы культуралар сәселә. Баҫыу эштәре апрель урталарында башлана. Әле хужалыҡтарҙа минераль ашламалар туплана, орлоҡ, техника әҙерләнә.