Башҡортостан эшҡыуарҙарын Мароккоға саҡыралар

Июндә был илгә бизнес-миссия ойошторола. Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Республика экспорт үҙәге компанияларҙан ғаризалар ҡабул итә. Фармацевтика, ветеринария, медицина, агросәнәғәт комплексы, металлургия, төҙөлөш материалдарын етештереү, химия сәнәғәте, һанлы технологиялар йүнәлешендә эшләгән предприятиеларға өҫтөнлөк бирелә.