Һауа торошо боҙолоуы арҡаһында Өфө-Инйәр-Белорет, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Бәләбәй-Ермолкин трассалары автобустар һәм йөк машиналары өсөн ябылды.
Ә республиканың баш ҡалаһына ваҡытлыса йөк машиналарын индермәйҙәр. Өфөлә яҙҙың тәүге ун көнөндә үк ҡар айлыҡ нормаһын яуған. Бөгөн иртән ҡала урамдарында ун баллы тығындар күҙәтелде, юлдарҙа хәрәкәт итеү ауырлашты. Властар әйтеүенсә, барлыҡ хеҙмәттәр үҙ урынында, ҡарҙы таҙалау комплекслы алып барыла.