Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡаты яраланып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ тураһында хәстәрлек

Алғы һыҙыҡта аяғын юғалтҡан Иван Клементьев бөгөн ваҡытында уҙғарылған реабилитация һөҙөмтәләрен күрә. Баш ҡала медицина үҙәктәренең береһендә үткәрелгән процедура ярҙамында ул инвалид коляскаһынан торорға өйрәнде. Ир киләсәктә лә дауалауҙы ташламай, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү маҡсатын ҡуя. Яугир менән социаль координаторҙар тығыҙ бәйләнештә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбенә инде. Бөгөн унда 120 социаль координатор эшләй, улар 15 меңдән ашыу кешене берләштерә. Яугирҙарға социаль адаптация уҙғарыуҙа шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ла мөһим роль уйнай. Йыл аҙағына тиклем эште республика муниципалитеттарында көсәйтеү бурысы ҡуйылған. Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн ветерандар менән эш өс йүнәлештә алып барыла.