16 мең уҡытыусы Рәсәйҙә етештерелгән планшеттар менән тәьмин ителә

Уларҙа үҙебеҙҙә эшләп сығарылған программа була. 2030 йылға педагогтарҙың яртыһы Рәсәй компьютер техникаһын ҡулланырға тейеш. Был турала Республика парламентында комитет ултырышында белдерелде. Өс йылға иҫәпләнгән проект быйыл ғәмәлгә ашырыла башлай. 2026 йылда 92 миллион һум ҡаралған. Барлығы 524 миллион һум тотонола.