Башҡортостан яугиры дрон операторы булырға теләүселәр өсөн кәңәш бирҙе

"Малой" ҡушматлы хәрби 2022 йылда мобилизация буйынса алынған, тәүҙә разведкала хеҙмәт иткән, унан һуң дрондар менән идара итергә өйрәнгән. Уның әйтеүенсә, разведка дрондары - армияның "күҙҙәре һәм  ҡолаҡтары", һәр осош  ҙур иғтибар һәм яуаплылыҡ талап итә. -Оператор булырға теләүселәр инструкторҙарҙы тыңларға, идара итеүгә яуаплы ҡарарға тейеш, - тине яугир.