Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреү комитеты эш башланы

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты эш башланы. Тәүге ултырышта көҙ Дәүләт думаһына үтәсәк һайлауға тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы билдәләүгә бәйле һорауҙар ҡаралды. Ойоштороу комитетына 17 кеше инде, шул иҫәптән төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров. Шулай уҡ уның составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Атап әйткәндә, Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Рөстәм Кәримов һәм Фәғит Латипов. Ойоштороу комитетының төп бурысы-алдан тауыш биреүҙең асыҡлығын һәм конкурентлығын тәьмин итеү.

Беренсе ултырышта кандидаттарҙың документтарын ҡайҙа һәм ниндәй тәртиптә ҡабул итеү мәсьәләһе ҡаралды, был эште ойоштороусы белгестәр һәм уларҙың эш сәғәте билдәләнде. Төбәк ойоштороу комитеты теркәлеүгә килгән кандидаттарҙың ғаризаларын тикшерәсәк һәм ҡабул итәсәк. Шунан һуң ғына агитация кампанияһын башларға рөхсәт бирелә.

Александр Мельников, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе