Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы мәғлүмәте буйынса был аҙнала ОРВИ йоҡторған пациенттар һаны 9 процентҡа күберәк. Статистика күрһәткестәре буйынса ауырыусыларҙың күп өлөшө-балалар. Табиптар санитар-гигиена талаптарын үтәргә, ваҡытында медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Белгестәр билдәләүенсә, вирустар таралыуы йыл һайын март-апрелдә әүҙемләшеп майға тамамлана.