Өфө районында күсмә ФАП халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттары эше «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү»программаһы сиктәрендә башҡарыла. Өфө районы Бурцев ауылында күсмә фельдшер- акушерлыҡ пункты халыҡты ҡабул итте. Сәләмәтлекте тикшереү мөмкинлегенән күптәр файҙалана алды. Табипҡа күренеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә аралашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бурцев ауылында дүрт мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Уларҙың 3200 ашыуы өлкәндәр, мең ярымы балалар һәм йәштәр. Иртә менән тәгәрмәс өҫтөндәге фапҡа килеүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа бар.

Лилиә Әхмәт ҡыҙы ҡырҡ йыл хеҙмәт стажына эйә мәғариф ветераны. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы һаулыҡ торошона үтә лә яуаплы ҡарашта. Ай һайын тиерлек табипҡа күренеп тороу уның өсөн яҡшы ҡағиҙәгә әүерелгән.

Лилиә Мөхөтдинова электрокардиограмма эшләтте, анализдар тапшырҙы, ҡан баҫымын үлсәтте. Табиптың: «Һеҙҙең һаулыҡ торошоғоҙ яҡшы» тигән һүҙҙәре уның кәйефен күтәрҙе, ханым хатта ҡыуанысынан йырлап ебәрҙе.

Паз автобусы базаһындағы күсмә фап фелдьшер кабинеты, электрокардиограф, манипуляциялар башҡарыу өсөн махсус өҫтәл һәм ҡорамалдар, гинекология кабинеты менән йыһазландырылған. Автобус салонында кондиционер, елләтеү һәм автоном яҡтыртыу системаһы булыуы ла уңайлы. Ҡайһы бер белгестәр айырым график буйынса килә. Ҡатын-ҡыҙ һаулығын күҙәтеүгә иһә акушер-гениколог яуаплы.

Линура Һайранова оҙаҡ йылдар Шмидтов ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктыда эшләй. Ул пациенттарҙың һәр береһен исемләп белә һәм һәр ваҡытта беренсел медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер.

Табипҡа күренергә килеүселәр араһында ғүмер буйы ауыр физик эш башҡарған ир- уҙамандар ҙа бар. Юлай Әйүпов дүрт тиҫтә йыл дауамында Норильск ҡалаһында водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. «Үҙебеҙ йәшәгән ауылға күсмә фап килеү бик уңайлы, шуға ла форсаттан файҙаланырға булдым», ти ул.

Өфө районында заманса медицина хеҙмәтләндереүе халыҡ күпләп йәшәгән ауылдарҙа ойошторолоуы пациенттарға уңайлы һәм еңел. Айырыуса өлкән йәштәгеләр район үҙәктәренә бармайынса, йәшәгән йортона яҡын ерҙә һаулыҡ торошон тикшертеү мөмкинлегенә эйә.

Гүзәл Борханова