2025 йылда Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 83 миллиард һум алған

Аҡсаның 43 проценты яңы милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Йәнә 48 миллиард һум предприятие һәм учреждениеларға тура күсерелгән. Был турала республика хөкүмәтендә кәңәшмәлә белдерелде. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, быйыл да проекттар һәм башланғыстарға ярҙам алыу буйынса ғаризалар тапшырылған.