Апрель айында сикләү ғәмәлдә була, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Ҡар ирегәндә юлдарҙы һаҡлау бурысы ҡуйылған. Төҙөлөш ойошмалары апрелгә тиклем кәрәкле материалдар запасын әҙерләү кәрәклеге тураһында иҫкәртелгән. Өфөгә ингән урындарҙа ауыр машиналарға үтеү тыйылыуы тураһында иҫкәртеүсе билдәләр урынлаштырыла. Талапты боҙоусыларҙың автомобилдәре штраф урындарына алып барыла.