Өфөлә Гөлшат Әхмәтҡужина 75 йәшлек юбилейын билдәләне

Яҙыусы-юбиляр. Билдәле шағирә, драматург, журналист, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премия дауреаты матбуғат ветераны Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина 75 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы. Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында уҙған әҙәби-музыкаль кисә хаҡында киләһе яҙмала.

Поэзия, проза, драматургия һәм журналистикала иркен йөҙөүсе Гөлшат Әхмәтҡужинаның тамырҙары Әбйәлил районы Юлдаш ауылынан. Ирәндек армыттары, ҡылғанлы далалар хозурлығы уның ижади йәдкәренә лә йоғонтоһоҙ ҡалмай. Мәктәп йылдарынан әүҙем ижадҡа тотона, шиғырҙар яҙа. Әсәһе ҡыҙын журналист итеп күрергә теләй һәм район гәзитенә етәкләп алып килә.

1981 йылда әҙибәнең «Көмөш ҡар бәртәктәре» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә, тәнҡитселәр ҙә ижадына ыңғай баһа бирә. Йәш шағирә тағы лә дәртләнеберәк шиғырҙар яҙырға тотона. «Яҙ ҡайтасаҡ»,«Тормошом таңдары», «Яҙ һуңлай» китаптарын да уҡыусылар йылы ҡабул итә.

Ижадсы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист, оҫта публицист булараҡ таныта.

Уның әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән, ижады үҙенең шиғри юлдарылай йырлап тора.

Гөлшат Әхмәтҡужина өс тиҫтәнән ашыу пьеса авторы, уларҙың күбеһе башҡорт театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылған. «Абыстай»авторҙың иң билдәле постановкаларының береһе.«Әйҙәгеҙ,танышайыҡ»трагикомедияһында иһә драматург нескә юморҙы кеше мөнәсәбәттәре менән берләштерә, көлкөлө хәл-ваҡиғаларҙы геройҙарҙың драматик кисерештәре аша оҫта сағылдыра.

Балаларға арналған «Юғалған хазина» китабы Гөлшат Әхмәтҡужинаны прозаик булараҡ таныта. Район баҫмаларында, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында, «Башҡортостан» республика гәзитенең мәҙәниәт бүлегендә хәбәрсе булып эшләү уның ижади үҫешенә лә киң юлдар аса, телгә һәм башҡорт әҙәбиәтенә һөйөүен үҫтерә. Гөлшат Әхмәтҡужинаның әҫәрҙәре уҡыусыны тәрәнлеге, нескә лирикаһы менән арбай.

Гөлшат Әхмәтҡужина поэзия, проза, драматургияла ең һыҙғанып уңышлы эшләүсе, журналистикала тәрән эҙ ҡалдырыусы шәхес. Уның әҫәрҙәре Башҡортостандың ижтимағи һәм мәҙәни тормошона йоғонто яһауын дауам итә, тәрән әхлаҡи һәм социаль мәсьәләләрҙе күтәрә. Уның ижады тулы фәнни байҡау һәм артабан өйрәнеүселәрҙе көтә.

Гүзәл Борханова