Рита Сәмиғуллина йәнә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Был туралағы ҡарарҙы бөгөн район советы депутаттары бер тауыштан ҡабул итте. Стәрлетамаҡ районында эш сәфәре менән булған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рита Мәҙәрик ҡыҙын яуаплы вазифаға ҡабаттан тәғәйенләнеүе менән ҡотланы. Республика етәксеһе шулай уҡ Талас ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәшит Әһлиуллин менән дә осрашты. Радий Хәбиров 15 мартта 99 йәшен билдәләйәсәк аҡһаҡалды тыуған көнө менән ҡотланы һәм генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Биш намаҙын ҡалдырмай, Ураҙаһын тота, хәтере теүәл, зиһене яҡты. Йәй көндәре хатта рулгә ултырып өй тирәһендә машинала йөрөп ала. Ғәбдрәшит Әһлиуллин оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Ҡайһы берҙә ҡан баҫымы ғына шаярта, ә былай йөҙ йәшкә тиклем түҙерлек, ти ветеран.
Ғәбдрәшит Әһлиуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, фронтҡа 1944 йылда 17 йәшендә генә алына. Немец илбаҫарҙарын еңгәс Япония менән һуғышта ҡатнаша. Тыуған яғына ҡайтҡандан һуң ғаилә ҡороп алты бала үҫтерә, ғүмер буйын тыуған хужалығында эшләй. Олоғайғас дин юлына баҫа. Радий Хәбиров Ғәбдрәшит Хәмит улына ныҡлы һаулыҡ теләп Шайморатов ордены тапшырҙы, бер быуатлыҡ юбилейына киләсәген белдерҙе.
Ғәбдрәшит Әһлиуллин Стәрлетамаҡ районы тарихына ингән абруйлы шәхестәрҙең береһе. Төбәк данлыҡлы йылъяҙмаһын бөгөн дә дә яңы биттәр менән байыта. Районда заманса социаль, инфраструктра объекттары төҙөлә, иҫкеләре төҙөкләндерелә. Стәрлетамаҡтар ауыл хужалығы, сәнәғәт, мәҙәниәт, спорт буйынса юғары уңыштарға өлгәшә.
Башҡортостан башлығы стәрлетамаҡтарҙың төрлө йүнәлештәге эшмәкрлеген юғары баһаланы. Әлбиттә торлаҡ төҙөлөшө, коммуналь техниканы яңыртыу, энергетика инфраструктураһын модернизациялау буйынса һорауҙар бар, беҙ был мәсьәләләрҙе муниципаль берәмек менән берлектә хәл итәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров.
Һуңғы осорҙа Стәрлетамаҡ районы яңы һулыш кисерә тип әйтергә мөмкин. Ыңғай үҙгәрештәр төрлө тармаҡтарҙа күҙәтелә. Шуға күрә лә район советы депутаттарының яуаплы вазифаға бер тауыштан йәнә Рита Сәмиғуллинаны һайлауы нигеҙһеҙ түгел. Рита Мәҙрик ҡыҙы республика идара командаһының көслө вәкиле, тине Башҡортостан башлығы.
Рита Сәмиғуллина Башҡортостан башлығына Стәрлетамаҡ районынан һәм халҡына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәктә тап республика ярҙамы менән һыу селтәрҙәре, юлдар ремонтлаған, йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелгән, социаль учреждениелар яңыртылған.
Рәмзиә Кәримова