Өфө менән Сухум араһында яңы авиабәйләнеш булдырыла

Быйыл Өфөнән Сухум ҡалаһына тура авиарейс асыла, ә Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Рәсәй-Абхазия мәҙәни үҙәге эш башланы. Уны асыу тантанаһында Абхазия Республикаһы Премьер-министры Владимир Делба ҡатнашты. Дуҫ дәүләт делегацияһы вәкилдәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек юлдары хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Абхазия Һәм Башҡортостан гербтары менән биҙәлгән был мөһәбәт тәҙрәләр артында ике ил халыҡтарының үҙ-ара дуҫлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ мөнәсәбәттәре тарихы. Был тарих әҙәби әҫәтрҙәрҙә һәм ғилми баҫмаларҙа теркәлгән. Китаптарҙы төплө өйрәнеүселәр уҙған быуаттың егерменсе йылдарында кавказ республикаһы беҙҙең төбәккә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүен, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яугирҙарҙың шифаханаларҙа һаулығын нығытыуы хаҡында мәғлүмәт ала.

Был ыҡсым бүлмәлә уррынлашҡан мәҙәни үҙәк Абхазияны яҡындан танып-белеү майҙансығы булып тора. Бында Фазыл Искәндәрҙең ижадын һәм Абхазия тарихын өйрәнергә һәм Абхазия тураһында төшөрәлгән фильмдарҙы тамаша ҡылырға мөмкин.

Абхазия Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Делба Өфөнөң юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусындағы мәҙәни үҙәк Рәсәй һәм Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрҙә яңы һулыш бирәсәк тигән ҡарашта.Яңы майҙансыҡ Рәсәй һәм Абхазия араһында гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән мәҙәни һәм мәғариф хеҙмәтәтшлеге өсөн киңлек буласаҡ. Унда студенттар һәм ғилми берләшмәләр Абхазияның тарихы, теле һәм мәҙәниәте менән танышасаҡ, шулай уҡ мәғариф һәм мәҙәни саралар ойоштороласаҡ.Учреждениела лекциялар һәм дәрестәрҙән тыш, абхаз студенттарының үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуы һәм туған телен онотмаһын өсөн дә саралар ҡаралған.

Йәштәргә ике республика һәм унда йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтен танып белеү мөмкинлеге булдырылыу ҙур ҡаҙаныш. Был Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәрендә тығыҙ бәйләнештәр булдырыуға юл асыр тип уйлайым.

Владимир Делба, Абхазия республикаһы хөкүмәте премьер-министры

Башҡортостан башлығы делегация вәкилдәре менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе барланы. Ул нефть химияһы продукттары, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү. Төбәк шулай уҡ Сухумда Диоскуров яр буйын реконструкциялауға лө тос өлөш индерә. Беренсе этапҡа 90 миллион һум аҡса бүленгән.

Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеш булдырыу Башҡортостан Башлығының айырым иғтибар үҙәгендә.Һауа транспортында аҙналыҡ рейстарҙы май айында башларға ниәтләйҙәр.Көҙгә тиклем улар миҙгелле буласаҡ.Баш ҡаланан Сухумға тура авиарейстар асылыуы туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.

Был, әлбиттә, Сухумға барып етеүҙе күпкә еңеләйтә, Бер нисә сәғәт һауала һәм һин ҡояшлы һәм ҡунаҡсыл Абхазияла булаһың.

Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры

Башҡортостан һәм Абхазия республикалары араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү 1994 йылдан ғәмәлдә. Төбәктәр араһында 32 йыл эсендә дуҫлыҡ ептәре нығынып иҡтисад, туризм, мәғариф һәм мәҙәни өлкәләрҙә эшлекле бәйләнештәр артыуға булышлыҡ иткән. Грузия менән һуғыштан һуң беҙҙең республиканан даими рәүештә табиптар десанты ярҙамға килә. Медицина ярҙамы күрһәтәләр, тәжрибә уртаҡлашалар. Абхазия йәштәренең күптәре Өфөнөң юғары уҡыу йортарында белем алып, әлеге ваҡытта үҙ төбәктәрендә уңышлы эшләй. ӨФөлә Ағиҙел ярындағы Сухум колоннадаһының теүәл күсермәһе- халыҡтар дуҫлығын һынландыра.

Радий Хәбировтың тырышлығын һыҙыҡ өҫтөнә алырға ғына мөмкин, сөнки ул Бында Башҡортостандан ғына түгел, Бөтә Рәсәй федерацияһынан да сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта Абхазия менән мөнәсәбәттәр имен һәм һөҙөмтәле үҫешһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

Иван Пятибратов, Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты доценты, сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең төп аналитигы, сәйәсәт фәндәр кандидаты

2030 йылға тиклем яҡтар сауҙаны киңәйтеү буйынса ғына ҙур пландар ҡороуҙан тыш, креатив индустрия һәм туризм өлкәһендә бизнес-проекттарҙы үҫтерергә, эш урындары булдырырға, студенттар менән алмашырға, театр гастролдәре, турҙар һәм археологик экспедициялар ойошторорға ниәтләй.

Гүзәл Борханова