Тәтешле районы Шүлгән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙата. Ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, йылы кейемдәр тегә, окоп шәмдәре, ҡоро душ эшләй. «Тыл дружинаһы» берләшмәһе вәкилдәре менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Махсус хәрби операция башланыу менән Тәтешле районы Шүлгән ауылында йәшәүселәр 27 маскировка селтәре үреп, яугирҙарға оҙатҡан. Хәрбиҙәрҙе һәм ҡеүәтле техниканы дошман күҙенән һаҡлаусы япмаға ихтыяж ҙур. Миҙгеленә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарап төҫө лә тура килтереп эшләнә. Ирекмәндәр билдәләүенсә, мәҙәниәт йортона улар эшкә йөрөгән кеүек көн һайын йөрөй. Яҡташ яугирҙарҙың ныҡлы терәге улар.
Ҡаршы бинала урындағы хакимиәт һәм ауыл халҡы көсө менән тегеү цехы ла ойошторолған. Бында хәрбиҙәргә йылы кейемдәр тегелә. Ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылған ҡатын-ҡыҙҙар машинала эшләргә тиҙ өйрәнгән. Оҫта ҡулдарға күҙ эйәрмәй.
Ирекмәндәр араһында махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре, ҡатындары, яҡын туғандары ла бар. Берҙәм көс, тылдағы хеҙмәте менән улар ҙа Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.
Гөлназ Хәйбуллина