Республикала ошондай 59 мең ғаилә йәшәй. Уларҙың һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урында. Төбәк башҡа субъектарҙан айырылып тора, сөнки күп балалылыҡ беҙҙә йәшәү нормаһы. Бындай ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн илдә һәм республикала төрлө льготалар ғәмәлдә. Ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн «Башинформ» агентлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ташламаларҙы бер урынға туплаған, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.