Өфөлә «Ватандаш» журналы йыл һайын «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияһын үткәрә. Проект Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыу маҡсатын ҡуя. Был яуаплы эштә Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте ағзалары ярҙамлаша. Уҙған ике акцияла тиҫтәләгән герой табылған.