Ишембай районы Алаҡай ауылы халҡы өсөнсөгә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Бәйге этаптарына ярашлы, мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған сара үтте. Сәхнәлә ижади коллективтар төрлө милләт халыҡтарының йыр-бейеүҙәрен башҡарҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, урындағы халыҡ ауылдың мәҙәни тормошо менән янып йәшәй, күләмле сараларҙа ҡатнашыуҙан тыш, улар әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара.

Алаҡайҙағы мәҙәни сараға күрше ауылдарҙан да үҙешмәкәр коллективтар саҡырылғайны. Шулай уҡ сәхнәлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан тағы ла бер биләмә-Стәрлебаш районы Табылды ауылы вәкилдәре сығыш яһаны. Ҡунаҡтар билдәләүенсә, берҙәм концерттар тамашасылар тарафынан һәр ваҡыттағыса йылы ҡабул ителде.