Баш ҡалала «Волга буйы театры» проектының төбәк этабы еңеүселәре тарафынан хәйриә спектакле үтте

Баш ҡалала «Волга буйы театры» проектының төбәк этабы еңеүселәре тарафынан хәйриә спектакле үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл күләмле мәҙәни сарала республика исеменән «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан «Лики» театры һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы дәғүә итә. Ике ижади коллектив та Өфө сәхнәһендә хәйриә спектаклдәре менән сығыш яһаны. «Волга буйы театрҙары» йәмәғәт проекты 2019 йылдан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тәҡдиме менән үткәрелә. «Лики» театры менән «Этюд» вокал-театр оҫтаханаһы ла Башҡортостан район-ҡалаларынан 120-нән ашыу ғариза араһынан һайлап алынған.

«Волга буйы театры» проектының төбәк этабы сиктәрендә афишалар конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Проектҡа йәмғеһе 212 ижади эш ҡабул ителгән. Улар абруйлы жюри ағзалары тарафынан ике йәш категорияһы буйынса баһаланды. Балалар араһынан Дүртөйлө ҡалаһынан Ландыш Ғәрфетдинова лайыҡ булһа, 17-нән 30 йәшкә тиклемгеләрҙән Өфөнән Таисия Латипова еңеүсе тип табылды. Ә инде «Волга буйы театрҙары» фестивале еңеүселәре 27 мартта Халыҡ-ара театрҙар көнөндә билдәләнә.