Италияла традицион башҡорт биҙәүестәре күргәҙмәһе ойошторолдо

Италияның баш ҡалаһы Римдә, традицион башҡорт биҙәүестәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Уларҙы боронғо ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен тергеҙеүсе легендар ағинәй, 88 йәшлек Альбина Исхаҡова тәҡдим итте.

Си ил тамашасыһы уның ҡулы менән эшләнгән тиҫтәләрсә селтәр, ҡашмау һәм хәситәләрҙе күреп таң ҡалды. Экспозиция «Башҡортостан-Италия» дуҫлыҡ фондының 15 йыллығына һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Проект ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында үткән «Этнофест» фестивале сиктәрендә уҙғарылды. Был сарала шулай уҡ Өфө режиссеры Гөлназ Макиеваның халыҡ-ара фестивалдәрҙә күп тапҡыр еңеү яулаған «Монисто» фильмы беренсе тапҡыр итальян телендә күрһәтелде. Ҡунаҡтар башҡорт балы, сәксәк һәм тау үләндәренән йыйылған сәй менән һыйланды, ҡурай моңо, йырҙар һәм шиғырҙарҙан өҙөк тыңланы.