Нуриман районында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса ярыштар үтте

Уның асылы шунда: ҡатнашыусылар балыҡ та тота, саңғыла ла йүгерә. Команда,ике кешенән: саңғысы менән балыҡсынан тора. Сәғәт ярым эсендә балыҡсы ике балыҡ тоторға, ә саңғысы километр ярымлыҡ ике түңәрәк үтергә тейеш. Сәмле ярышты беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Балыҡты ҡармаҡҡа эләктереү менән алға йүгерергә. Был команда ярыштарының төп ҡағиҙәһе. Был ҡыҙыҡлы спорт төрө үҙендә балыҡ ҡармаҡлауҙы һәм саңғыла ярышыуҙы берләштерә.Рыбатлонды үткәреү идеяһы Рязань ҡалаһынан Дмитрий Беляевтыҡы.

Телевизорҙан биатлон ҡарағанда шәп уй килде. Балыҡ тоторға һәм йүгерергә тигән. Башта йәйгеһен ярыштар уҙғарҙыҡ. Һуңынан саңғысылар тәҡдиме менән ҡышҡы уйындарҙы ла башлап нбәрҙек. Рязандә ярыш-уйындар 15 йыл элек башланды. Беҙҙә саңғысылар әҙ, ә Башҡортостанда был әүҙем спорт төрө.

Дмитрий Беляев, «Рыбатлон» ярышын уйлап табыусы

Еңеү яулау өсөн кәмендә ике балыҡты күрше командаға ҡарағанда тиҙерәк тоторға кәрәк. Ярышта балыҡ ҡаптырыуҙа етәрлек тәжрибәһе булған балыҡсылар тыныс ҡына балыҡ ҡармаҡлау менән мәшғүл, ә сабырһыҙҙыраҡтар хатта урынында ла ултырып сыҙай алмай.

Бала саҡтан балыҡ ҡармаҡларға яратам. Балаларым да минән бер тотам ҡалмай.

Альберт Таманов, рыбатлонда ҡатнашыусы

Балыҡ тотоу-ярыштың беренсе өлөшө. Эстафетаны балыҡсы саңғы ярышын башлаясаҡ иптәшеңә тапшыра. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлауҙа һынатмаған кеүек, саңғысылар ҙа дистанцияны етеҙ үтергә тейеш.

Рыбатлонда йәш сикләүҙәре юҡ. Рязандә уйлап табылған был спорт ярыштары Башҡортостанда 5 йыл рәттән уҙғарыла. Һәр миҙгел һайын турнир күберәк ҡатнашыусыларҙы йыя, республика күләмле һәм уникаль спорт төрө үҫтереү майҙансығына әүерелә бара.

Гүзәл Борханова