Ағиҙел аръяғында 9 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөшө көтөлә, унда 100 меңгә яҡын ғаилә йәшәйәсәк. Ошо маҡсатта Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында күләмле проект тормошҡа ашырыла-биләмә заманса коммуналь инфраструктура менән тәьмин ителә. Һыу менән тәьминәт һәм һыу бүлеү системаһы селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылыу менән биләмәлә социаль объекттар төҙөлөшөнә лә юғары иғтибар буласаҡ. Проект буйынса алып барылған эштәр тураһында киләһе материалда.
«Ағиҙел аръяғы-2» проектына ярашлы, Өфө районы Михайловка ауылында насос станцияһы төҙөлөшө тамамланыу алдында. Был күләмле эштең бер өлөшө генә. Баш ҡаланың Дим һәм Затон биҫтәләре аша Өфөнө уратып 52 саҡрым магистраль селтәр, тәүлегенә 45 мең ярым кубометр ҡеүәткә эйә булған һыу менән тәьминәт ҡорамалдары сафҡа индереләсәк.
Проект Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә этәргес буласаҡ. Һыу бар икән, тимәк, яңы биләмәләрҙе үҙләштереүгә лә юл асыла. 2 мең 700 гектар майҙанда торлаҡ, социаль объекттар төҙөлөшө ойошторорға мөмкин. Әлегә инфраструктура проектының әҙерлеге юғары кимәлдә, йыл аҙағына тиклем барлыҡ эштәр ҙә тамамланыр тип көтөлә.
Һыу менән тәьминәт һәм һыу бүлеү системалары сафҡа индерелеү менән булған объекттарҙа ла хеҙмәтләндереү сифаты артасаҡ. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, проект 100 процентҡа республика ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
Уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров проекттың төбәк өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләп, биләмәләрҙе комплекслы үҫтергәндә ҡала төҙөлөшө пландарына ярашлы эшләргә ҡушты.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктураһына иғтибар йылдан-йыл арта, аварияларҙы кәметеү бурысы ҡуйылған. Селтәрҙәрҙе яңыртыуға төрлө финанслау сығанаҡтары ҡаралған. Федераль проект буйынса быйыл йылытыу һәм һыу менән тәьминәт объекттары төҙөлөшөнә, капиталь ремонтҡа 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылдан 2028 йылға тиклем тармаҡты үҫтереүгә тағы ла 4 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. 34 муниципалитетта ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә инвестиция программаларын да тормошҡа ашыра.
Әлфинә Килдейәрова