Ҡулында бер туған ағаһы үлгәндә лә яралыларҙың ғүмерен ҡотҡарыуға көс тапҡан. «Шах»ҡушаматлы яугир ут эсенән ун бишләгән яралыны сығарған. Ә бит шул уҡ яуҙа ул бер туған ағаһын юғалта. Дрондар һөжүменә эләккән туғаны Шахтың ҡулында йән бирә. Ағаһы менән улар мобилизацияға алынып бер полкҡа эләгә. Һуңынан улар икәүһе бергә контракт буйынса «Бүреләр» разведка-штурм бригадаһына күсерелә. Соледар янындағы дошман нығытмаларын алғанда «Шах» үҙе лә үлем менән күҙгә-күҙ осраша. Ләкин ҡаһарман яҡташыбыҙҙың йәшәү теләге көслөрәк булып сыға. Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫеп, яуҙа ҡорос булып сыныҡҡан яҡташыбыҙ менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты. Айнур Кәбиров репортажы.
Бүреләр төнгө һөжүмгә сыға. Йөҙләгән яугир Соледар йүнәлешендәге урман һыҙаттарында дошман нығытмаларын алырға тейеш була. Бурыс үтәлә, ләкин юғалтыуһыҙ түгел. Эвакуация төркөмөнә яралыларҙы сығарыу бойороғо бирелә. Әммә бер туҡтауһыҙ яуған ут аҫтынан хәрби иптәштәрен ҡотҡарыуға «Шах» тың ғына ҡыйыулығы етә.
Бик күп яуҙаштарының ғүмерен ҡотҡара, ләкин ҡыҙғанысҡа, бер ҡандан булған туғанын һаҡлап ҡала алмай. Тап ошо бәрелештәрҙә ул мобилизацияланғандан алып бергә хеҙмәт иткән бер туған ағаһын юғалта. Дрондар ҡамауында ҡалғанда ағаһы йәшенеп өлгөрә алмай.
Ҡыуаҡтар араһына йәшереп киткән ағаһының кәүҙәһен ул бер көндән һуң ғына сығара ала. Ә тағы өс көндән һуң башланған һөжүмдә үҙе лә яралана. Ай ярым дауаханала, һуңынан «Шах» ҡалаҡ һөйәгенә тейгән ярсыҡтан анһат ҡотолоуын аңлай. Сираттағы штурмда ул үлемдең үҙе менән осраша. Был юлы уға күктән мәскәй әбей һөжүм итә.
Яуҙаштары кире артҡа сыға, ләкин «Шах»тың хәле булмай. Блиндажда бинт табып яраһын бәйләп ҡуя Һәм һигеҙ көн буйы үлем менән көрәшә. Бер шешә һыу, шоколад, доширак ярҙамында. Туғыҙынсы көнгә Шах ятҡан блиндажға тағы ғазраил ишек шаҡый. Тәүҙә бер камикадзе инеп шартлай, һуңына бәләкәй генә күҙәтеүсе дрон ошаҡлаша һәм унан һуң йәнә һөжүм итеүсеһе. Был юлы ла яугирҙың йәшәү теләге көслөрәк булып сыға.
Артабан миналар менән тулы асыҡ ялан аша ике көнгә һуҙылған юл. Шах уны төндә дрондар тынысланған мәлдә шыуышып үтә, ә көндөҙ йәшеренеп үткәрә. Үҙебеҙҙекеләр янынан иҫән сыҡҡан яуҙаштарын күреп яугирҙар шаҡ ҡата. Сөнки «Шах» үлгән тип мәғлүмәт биреп тә өлгөргәндәр.
Хәҙер Шах ике кеше өсөн һуғыша. Үҙе һәм фронтта һәләк булған ағаһы өсөн. Ә һауалағы «мәскәй әбейгә» уның шәхсән үсе бар.
Айнур Кәбиров