Юбилей датаһын ижади коллектив Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт программаһы менән билдәләне. Кисәлә репертуарҙың алтын фондына ингән композициялар яңғыраны. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар музыка сәнғәтендә эшләгән бер төркөм артистарға юғары дәүләт наградалары тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.