Республика журналистар берлеге махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып барҙы. Тәүге туҡталыш “Башҡортостан” полкында булды. Унда БСТ телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин хеҙмәт итә. Яугирҙарға дрон, генератор һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырылды. Гуманитар ылау туплауҙа республика прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙары ойошмаһы ла ярҙам иткән. Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Гуманитар ылау туплауҙа журналистар әүҙем ҡатнаша”, - ти “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЖурналистар шулай уҡ Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Яугирҙарға мотоцикл һәм тепловизор тапшырылды.