Саҡмағошта яугир исеме мәңгеләштерелде

Саҡмағош ауылы гимназияһында  махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Ғүмәровҡа арналған Герой партаһы  асылды. Сарала ауыл биләмәһе депутаттары, хәрбиҙең туғандары, ауылдаштары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Улар яугирҙың тормошо һәм батырлығы, тураһында иҫтәлектәр менән бүлеште. Илнур Ғүмәров -Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, генерал Шайморатов миҙалына күрһәтелгән.