Ул Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтендә йылҡы малы образына арнала. Ат – азатлыҡ символы, тоғро юлдаш, эпос һәм легенда геройы, күптәр өсөн төп йорт хайуандарының береһе. “Был теманың ижадта нисек асылыуы үтә лә ҡыҙыҡлы. “Ат иле” бөтә Рәсәй оҫталарын берләштергән майҙансыҡ була”, - тип белдерәләр республика Милли музейынан. Конкурста ҡатнашыусылар ағас, тимер, быяла, сепрәк, керамиканан яһалған эштәр тәҡдим итә ала. Заявкалар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Күргәҙмәне асыу тантанаһы 6 августҡа билдәләнгән.